Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылында бөгөн заманса мәҙәниәт учреждениеһы үҙ ишектәрен асты

Яңы быуын китапханаһы. Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылында бөгөн заманса мәҙәниәт учреждениеһы үҙ ишектәрен асты. Китапхана «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә сафҡа индерелгән. Уны йыһазландырыуға 7 миллион 500 мең һум аҡса тотонолған, сумманың төп өлөшө федераль бюджеттан.

Ә бинаны капиталь төҙөкләндереү республика һәм урындағы ҡаҙна иҫәбенә башҡарылған. Төрлө быуын уҡыусыларының ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән үҙенсәлекле объект хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Фонд ҡына түгел, хәҙер китапхана үҙе лә хазина һандығы һымаҡ. Бында китаптарҙы ҡулға алып та, электрон рәүештә лә уҡырға мөмкин. Һәр кем үҙенә уңайлы алымды һайлай ала. Залда шулай уҡ музыка ҡоралдарында шөғөлләнергә лә, уйнап, ял итеп алырға ла мөмкин. Был бигерәк тә ғаилә менән күмәкләп килгәндә ҡулай.

Яҡты, иркен, сағыу китапхана тәү ҡараштан уҡ үҙенә йәлеп итә. Китаптар уңайлы кәштәләрҙә урын алған, зал матур, заманса итеп йыһазландырылған. Ошо маҡсатта 7 миллион 500 мең һум аҡса тотонолған, уның төп өлөшө федераль ҡаҙнанан. Саҡмағоштар әйтеүенсә, районда китап һөйөүселәр күп.

Китапханала физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн дә шарттар тыуҙырылған. Пандус, белгестәрҙе саҡырыу төймәһе, Брайл шрифты менән яҙылған китаптар. Йәғни һәр категорияның ихтыяжы иҫәпкә алынған.

Ошо китапханала 40 йылға яҡын эшләгән Лүзә Байбакова әйтеүенсә, күп кенә боронғо ҡомартҡыларҙы ул туплай. Хәҙер был материалдар йәш быуынға хеҙмәт итә, тыуған яҡ тарихына һөйөү тәрбиәләй.

Иҫке Ҡалмаш китапханаһының тарихы бер быуаттан ашыу, 1921 йылда асылған учреждение яңы йөҙ йыллығын заманса объектта ҡаршы ала. Капиталь төҙөкләндереүгә аҡса республика һәм район ҡаҙнаһынан бүленә, бөтәһе 5 миллион һумдан ашыу.

Ауыл өсөн китапхана ябай мәҙәниәт учреждениеһы ғына түгел, ул аралашыу, осрашыу, төрлө саралар ойоштороу майҙаны ла булып тора. Саҡмағоштағы китапхана иһә төрлө быуын вәкилдәренә тәғәйенләнеүе һәм заманса шарттар тыуҙырылыуы менән үҙенсәлекле.